Дәүләт программаһы Рәсәй халҡының көнкүрешен еңеләйтә

2021 йылда старт алған социаль газификация программаһы буйынса ауылдарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу әүҙемләшә. Элек газды өйөңә үҙ аҡсаңа ғына һуҙырға мөмкин булһа, хәҙер дәүләт ярҙам итә. Был хаҡта Баймаҡ районынан әҙерләнгән репортажда.

Мерәҫ ауылында йәшәүсе Зөлфиә Валееваның ғаиләһе бынан бер йыл элек яңы йортҡа күсә. Уҙған йылда 5 йөк утын яҡтыҡ ‐ти ул.Шуға күрә лә быйыл социаль газификация программаһы буйынса йорттарына газды тоташтырыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Әлегә ғаилә йортон заманса мейес менән йылыта.

Мерәҫ ауылына тәбиғи газ 2003 йылда килә. Шул осорҙа 217 шәхси йорттоң 97‐һе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла, яңы программа үҙ көсөнә ингәс иһә, тағы ла 34 йортҡа газ торбалары һуҙыла, 22‐һе үҙ сиратын көтә.

Дәүләт программаһы Рәсәй халҡының көнкүрешен еңеләйтә. Хәҙерге ваҡытта Баймаҡ районы буйынса биш подрядсы ойошма 35 ауылда газ торбаларын һуҙыу, уларҙы йорттарға тоташтырыу йүнәлешендә эш алып бара.