Был аҙна Рәсәйҙә калорийҙарҙы иҫәпләү аҙналығы тип иғлан ителгәйне

Сәләмәтлекте хәстәрләп. Был аҙна Рәсәйҙә калорийҙарҙы иҫәпләү аҙналығы тип иғлан ителгәйне. Акция бөгөн билдәләнгән Халыҡ-ара һимереүгә ҡаршы көрәш көнөнә арналды.

Аҙыҡ-түлектең калорияһын иҫәпләү ябығыу һәм сәләмәтлекте яҡшыртыуҙа иң һөҙөмтәле, хәүефһеҙ ысул тип һанала. Диетологтар әйтеүенсә, көндәлек рационда бала-саҡтан ашап өйрәнгән аҙыҡ булырға тейеш. Ит, ярма, йәшелсә - организмды кәрәкле матдәләр менән байытырға һәм оҙайлы ваҡыт туҡ тоторға ярҙам итә. Фастфуд йәки тиҙ бешерелә торған аҙыҡтан баш тартырға кәңәш ителә.

Физик күнекмәләр тураһында ла оноторға ярамай. Ул гантелдәр күтәрергә тигәнде аңлатмай, ә көн дә, даими рәүештә күнекмә эшләүҙе ҡағиҙәгә индерергә кәрәк. Дөрөҫ туҡланыу менән бергә физик күнекмә яһау - сәләмәт тормош нигеҙе.

Рушаниә Ялалова, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш диетологы