Күләмле сараға башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе, уның йолаларын өйрәнеүсе, фольклорын һәм мәҙәниәтен һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Төбәк милли кейемдәр бәйгеһе хеҙмәт ветераны, фольклор традициялары, ауыҙ-тел ижады жанрҙары белгесе Әсмә Усманованың яҡты иҫтәлегенә арналған.
Көйөргәҙе районы вәкилдәре көньяҡ башҡорттарының милли кейем үҙенсәлектәре менән таныштыра. Байрамдарға һәм көндәлек тормошта кейелә торған кейемдәр тик бөрйән ырыуы башҡорттарына хас биҙәктәр менән сигелгән. Таймаҫ ауылы оҫтабикәһе Рисәлә Шакирова милли күлдәк, елән, алъяпҡыс, ҡашмауҙар биҙәлешен ентекле өйрәнеп, бәйге өсөн махсус теккән.
Әсмә Усманова үҙ ҡулдары менән теккән башҡорт ете ырыуының ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре коллекцияһының даны барлыҡ республикаға таралған, уның өлгөләре буйынса күп һанлы милли кейемдәр барлыҡҡа килгән. Бөгөн күп яҡлы талант эйәһенең эшен ҡыҙы Рәзилә Туғыҙбаев дауам итә.
«Гәләбәш түңе буйында» төбәк милли кейемдәр бәйгеһе 5-се тапҡыр уҙғарыла, быйыл унда Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Көйөргәҙе райондары оҫталары йыйылды. Милли кейемдәр шулай уҡ тарихи ысынбарлыҡҡа тап килеү яғынан баһаланды.
Бәйгелә ҡатнашыусы һәр оҫтабикәнең үҙ стиле, үҙ алымы. Баһалама ағзаларына улар араһынан иң-иңдәрен һайлауы еңел булмаһа ла, сағыу рухи сараның йомғаҡтары билдәләнде. Гран-приға Мәмбәт ауылы ҡул оҫтаһы Нәфиә Ҡәйепова лайыҡ булды. Сара үҙенең төп маҡсатына иреште - башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе һәм пропагандалаусылар лайыҡлы баһаланды.
Лилиә Мәҡсүтова