Башҡортостан милли симфоник оркестры композитор Александр Скрябин иҫтәлегенә Ҡышҡы фестивалгә әҙерләнә. Шәхестең тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында яңы концерттар көтөлә. Программа Александр Скрябиндың билдәле әҫәрҙәренән төҙөлгән. Бынан тыш, фестивалдә Петр Чайковский, Сергей Рахманинов, Паганини ижадынан композициялар яңғырар тип көтөлә.
Александр Скрябин классик музыканы үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Ул донъяла беренсе булып музыкаль әҫәрҙәрҙе тамашасыға еткереү өсөн яҡтыртыу эффектын ҡуллана башлаған. Музыка менән тылсымлы уттарҙы берләштергән композитор ижады аша фәлсәфәүи уйҙары, тормошҡа ҡарашы менән уртаҡлашып сәнғәт өләкһендә тәрән эҙ ҡалдырған.