Башҡортостан Башлығы Яңы 2023 йылды билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Документ рәсми мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов ойоштороу комитетына рәйеслек итә. Уға Яңы йыл сараларының планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылған.  Республика шыршы байрамы 22 декабргә тәғәйенләнгән. Байрамға Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан,  Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье  өлкәләрендә уҙғарылған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары,  шулай уҡ  тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары, уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада, ярыштарҙа еңеүселәр, конкурс-фестивалдәр лауреаттары, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, мөмкинлеге сикле, етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалаған балалар  саҡырылған.