Башҡортостанда халыҡ-ара бизнес аҙналығына әҙерлек бара

Сара республиканың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамында ойошторола. План буйынса, аҙналыҡ Өфөлә декабрь урталарында үтергә тейеш. Быйыл ул яңы баҙарҙарҙы үҙләштереү темаһына арнала. Коллектив көнбайыштың санкцияларына бәйле халыҡ-ара сауҙа башлыса көнсығыш дәүләттәренә йүнәлә. Башҡортостан эшҡыуарҙары ла яңы баҙарҙарға сыға. Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге быйыл Иран, Таиланд, Төркиә, Азия, Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә әүҙем ҡулланылған 5 электрон сауҙа майҙансығын үҙләштергән. “Бөгөнгө геосәйәси шарттарҙа яңы баҙар табыу бик мөһим. Мәҫәлән, Иран менән бәйләнештәрҙе нығытыу ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ”, - тип иҫпәләй иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт