Рәмил Баҙамшин Шайморатов батальоны яугирҙары өсөн сығыш яһаны

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин Шайморатов батальоны яугирҙары өсөн сығыш яһаны. Донбассҡа сәфәре барышында ул үҙе ижад иткән яңы йырҙарын алғы һыҙыҡтағы Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн башҡарҙы.

Махсус операция биләмәһенә ул республиканан оҙатылған гуматир ылау менән бергә барҙы. Ялан шарттарындағы бәләкәй концерттың яҙмаһы Башҡортостан батальондары телеграм каналы аша таралды.