Башҡортостанда халыҡ-ара бизнес аҙналығына әҙерлек дауам итә

Электрон сауҙа майҙансыҡтары ярҙамында республика компанияларын сит ил баҙарына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сара Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамында ойошторола. План буйынса аҙналыҡ Өфөлә декабрь урталарында үтергә тейеш.

Быйыл уның төп темаһы яңы баҙарҙарҙы үҙләштереүгә бәйле буласаҡ. Коллектив көнбайыштың санкцияларына бәйле халыҡ-ара сауҙа башлыса көнсығыш дәүәлләттәренә йүнәлә. Шуға бәйле Башҡортостан эшҡыуарҙары ла яңы баҙарҙарға сыға. Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге быйыл Иран, Таиланд, Төркиә, Азия, Африка һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә әүҙем ҡулланылған 5 электрон сауҙа майҙансығын үҙләштергән.