Сарала райондың иң әүҙем уҡыусыларының әсәләре, белем биреү учреждениелары педагогтары, социаль хеҙмәттәр вәкилдәре йыйылды. Ишле балалар тәрбиәләп, әүҙем йәмәғәт тормошо менән йәшәгән гүзәл заттар район хакимиәте етәкселегенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Форумда балалар баҡсаһы һәм мәктәп тормошона бәйле һөйләшеү ҙә үтте.