Башҡортостан ваҡиғалар туризмы өлкәһендә Милли премия финалы һөҙөмтәләре буйынса төбәктәр рейтингында беренсе урында. Күләмле сара уҙған аҙнала Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙғарылғайны. Конкурста Рәсәйҙең 62 төбәгенән 600-ән ашыу проект ҡатнашты, уларҙың 38-һе беҙҙең республиканан. Яҡташтарыбыҙ 18 наградаға лайыҡ булды.
Иглин районының ваҡиғалар туризмы йүнәлешендәге башланғыстары ла ил кимәлендә уңышлы тип танылды. «Уралдағы Ранчо» экоферма проекты «Туристик ваҡиға уҙғарыуға иң яҡшы тәбиғи-рекреация биләмәһе» номинацияһында беренсе урын яулаһа, «ЛукФест» махсус диплом менән бүләкләнде.