Бөгөн Ырымбурҙа ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы уҙғарыла. Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәйҙең 76 төбәге Ҡаҙағстан партнерҙары менән бәйләнештәр урынлаштырған. - Туғандаш ҡалалар араһында ла хеҙмәттәшлек үҫешә бара, - тине президент. Уҙған йылдың сентябрендә Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанда булды. Унан һуң Ҡаҙағстан вәкилдәре яуап сәфәре менән килде.