Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала яҙа. Йыл әйләнәһе эшләгән туристик базала умарта кеүек беседка, мунса, балалар майҙансыҡтары, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырылған. Глэмпингты урындағы эшҡыуар Рафаэль Ғизәтуллин төҙөгән. Уның проекты район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралған һәм хуплау тапҡан. Радий Хәбиров бизнес-шерифтар эшен дә маҡтап яҙа һәм район-ҡалалағы белгестәр исемлеген тәҡдим итә.