Учалы филармонияһында билдәле сәхнә оҫталарын берләштергән хәйриә концерты үтте

Изге маҡсатта. Учалы филармонияһында билдәле сәхнә оҫталарын берләштергән хәйриә концерты үтте. Күләмле мәҙәни сара Учалы районы Һөйөндөк ауылындағы иман йортон төҙөкләндереүгә һәм өлөшләтә мобиплизацияға саҡырылған ир-егеттәргә ярҙам туплау маҡсатында ойошторолдо.

Тамашасылар алдында Зилиә Бәхтиева, Алина Дәүләтхәнова, Нәжип Юлдашбаев, Рөстәм Ғизәтуллин, «Ҡарауанһарай», «Ант» төркөмдәре сығыш яһаны. Хәйриә концерты республиканың башҡа район-ҡалаларында ла ойошторолор тип көтөлә.