Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләре халҡына ваҡытлыса урынлашыу пункттарында уңайлы шарттар тыуҙырыла.
Президент гранттары конкурсында еңеү яулаған проектты Өфө ҡалаһын үҫтереү Йәмәғәт фонды тормошҡа ашыра. Уға ярашлы ике ваҡытлыса урынлашыу пунктында ла балалар өсөн ноутбуктар һәм куп функцияла ҡоролма, канцеляр тауарҙар һатып алынған. Әлеге ваҡытта был учрежденияларҙа 168 бала йәшәй. Шулай уҡ 74 ғаиләгә балаларға ҡышҡы кейем алыу өсөн балалар магазинына сертификат тапшырылды.