Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда, 6 тапҡырға күберәк. Сир таралыуға иген уңышының мул булыуы, һауа торошоноң ҡыр сысҡандарына ҡулай тороуы, төбәктең йүкә ағастарына бай булыуы булышлыҡ иткән.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йоғошло сир менән күпләп ауырыусылар Туймазы районында теркәлгән. Серафимовка һәм Түбәнге Троицк ауылдары мәктәптәре уҡыусылары әлеге мәлдә инфекция дауаханаһында, уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип билдәләнә.
Геморрагик биҙгәк - йоғошо инфекция, уны ҡыр сысҡандары тарата. Сир юғары температура, баш, быуындар ауыртыуы, хәлһеҙлек кеүек билдәләрҙән башлана. Ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итмәгән осраҡта инфекция ҡан тамырҙарын, бөйөр эшмәкәрлеген зарарлай, инвалидлыҡҡа килтереүе ихтимал. Быйыл йоғошло сирҙән 3 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ауырыуҙы йоҡтормаҫ өсөн ябай һаҡлыҡ сараларын күреү мотлаҡ - ҡулды йышыраҡ йыуырға, келәттә һәм төҙөлөш урындарында битлек кейеп эшләргә, йәшелсә-емеште яҡшы итеп йыуырға кәрәк.