«Алпамыш» йәштәр үҙәгендә «Супер әсәй» конкурсы ойошторолдо. Бәйгелә төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм уларҙың балалары ҡатнашты. 5 өлөштән торған ярышта гүзәл зат вәкилдәре ижади һәләтен күрһәттте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Супер әсәй» исемен район үҙәгендә йәшәгән Елена Морозова яуланы.
Үҙәк китапханала кескәйҙәр ярышты. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн танып-белеү һәм күңел асыу программаһы ойошторолдо. Улар әсәләренә шиғыр һөйләне, бейене һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен таратты. Байрамда ҡатнашҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы шулай уҡ урындағы эшҡыуарҙар ҡыуандырҙы.