Ил Президенты был турала бөгөн XVIII-се Рәсәй - Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында белдерҙе. Сараның пленар ултырышы Ырымбур ҡалаһында уҙҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым Жомарт Токаев форумда онлайн бәйләнеш аша Мәскәүҙән ҡатнашты. Был Ҡаҙағстан президентының ошо вазифаға яңынан һайланғандан һуң тәүге рәсми эш сәфәре. Сараның төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Владимир Путин билдәләүенсә, Рәсәй менән Ҡаҙастан араһында төрлө тармаҡтарҙа берлектә эшләү мөмкинлеге бар. Һүҙ юғары технологиялы йүнәлештәр хаҡында ла бара. Ҡаҙағстан иҡтисадына һалынған Рәсәй капиталы 17 миллиард долларға етә. Әлеге ваҡытта 30-лап инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым Жомарт Токаев үҙ сығышында Рәсәй инвестицияларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм иҡтисадҡа йәлеп итеү буйынса бар саралар ҙа күреләсәген белдерҙе. Ике яҡ араһында төбәк-ара бәйләнештәр ҙә нығый. Владимир Путин Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе лә юғары баһаланы.
Хәбәр итеүебеҙсә, республика делегацияһы былтыр сентябрҙә Ҡаҙағстанда булғайны, эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев менән осрашты, унда берлектәге байтаҡ проекттарға нигеҙ һалынды. Астана ҡалаһында Башҡортостан вәкиллеге асылды. Ә декабрҙә күршеләрҙең делегацияһы Башҡортостанға килеп хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы. Тығыҙ хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирә, былтыр яҡтар араһындағы тауар әйләнеше 297 миллион доллар булһа, әле 1, 5 тапҡырға артҡан. Уның 85 проценты республиканан оҙатылған экспорт иҫәбенә тура килә. Киләсәктә күрһәткес тағы ла күтәрелеп, ярты миллион долларға етер тип күҙаллана.
Ике яҡ араһында ҡул ҡуйылған юл картаһына ярашлы предприятиеларға сәнәғәт, ауыл хужалығы, технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге асылған. Ҡаҙағстанда Башҡортостандың Паркер, Буринтех компанияларының вәкиллектәре бар. Республиканың Көньяҡ Урал йөрәгендә урынлашыуы ла тауар әйләнеше өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар бирә.
Радий Хәбиров Владимир Путинға ХХ-се Рәсәй -Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумын Өфөлә уҙғарырға тәҡдим итте. Ул 2024 йылға тура килә.
Рәмзиә Кәримова