Краснокама районындағы предприятие бөгөн төп йүнәлешенән тыш, ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарында ла махсуслашырға иҫәп тота. Әле бында һөтсөлөк, үҫемлекселек, орлоҡсолоҡ яйға һалынған. Әйткәндәй, Рәсәй ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн тоҡомсолоҡ заводы етәксеһе илдең юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Хужалыҡ етәкселеге хеҙмәткәрҙәр менән киләсәккә бурыстарҙы, бөгөнгө мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә өйрәнгән. Шуға ла тоҡомсолоҡ заводында эш көйлө бара. Тоҡомсолоҡ тигәндән, был өлкәлә Ләйсән Закарина яуаплы. Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу менән ете йыллап шөғөлләнә. Бөгөн барлар уңыштары ла етерлек.
Үгеҙҙәр ҙә башлыса голштин ҡара-сыбар тоҡомонан һайлап алына. Ул һөт етештереүсәнлеге йәһәтенән отошло. Әйткәндәй, тоҡомсолоҡ заводы йыл һайын һигеҙ тиҫтәләп быҙау һатыуҙан тыш, бөгөн һөтсөлөк өлкәһен дә яйға һалған.
Тоҡомсолоҡ заводында шулай уҡ үҫемлекселек, орсолоҡсолоҡ тармағы ла бергә алып барыла. Краснокама районының ҡатнаш урман зонаһында урынлашҡан, тупраҡ составы ла үҙенсәлекле. Шуға ла хужалыҡ орлоҡтарҙы йыш алыштыра. Элиталы булғанына өҫтөнлөк бирелә.
«Алға» тоҡомсолоҡ заводы төп йүнәлешенән тыш, ауыл хужалығының башҡа төр тармаҡтарына ла ғыйыу тотона. Уңыштары ла, үҙ уңышһыҙлыҡтары ла бар.
Бала саҡтан эшкә һөйөү менән ҡарап үҫкән замандашыбыҙҙың бөгөн тырыш хеҙмәте ил кимәлендә баһаланды. Рифҡәт Хәтмуллин Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
Яҡын арала Краснокама районы хакимиәте Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары менән осрашырға иҫәп тота. Йәштәрҙе ауыл хужалығына йәлеп итерҙәй мөмкинлектәр ҡаралған.
Азат Ғәлиуллин