Республика Башлығы Ырымбурҙа Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Унда видеоэлемтә аша ике дәүләт башлығы Владимир Путин һәм Ҡасым Жомарт Токаев сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Башҡортостан һәм Ҡаҙағстандың сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен айырым телгә алды. Ике республика араһында хеҙмәттәшлек буйынса даими эшлекле төркөм бар. Радий Хәбиров әйтеүенсә, былтыр тауар әйләнеше 1,5 тапҡырға артып 421 миллион доллар булған. Быйыл был күрһәткестең ярты миллиардҡа етеүе көтөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек үҫешә. Радий Хәбиров 2024 йылда Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.