Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” конкурсының аҡсалата фондына 900 миллион һум бүленә. Федераль грантҡа 28 төбәктән 48 ауыл һәм ҡала лайыҡ булды. Беҙҙең республиканан Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе, Йылайыр районынан Йылайыр һәм Краснокама районынан Николо-Березовка ауыл биләмәһе еңде. Һәр береһенә 18-әр миллион һум тапшырыла.