Ҡорҙо Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Миәкә районы хакимиәте ойошторҙо. Дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Тамъяндар Башҡортостандың ун бишләп районында йәшәй. Съезға Белорет, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Мәләүез, Шаран, Туймазы, Саҡмағош райондары делегаттары килде. Ырыуҙаштарҙың Миәкәлә йыйылыуы осраҡлы түгел. Бында тархан Шәғәле Шаҡманға һәйкәл ҡуйылған.
Район мәҙәниәт йортонда бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Унда ҡунаҡтар Тамъян ырыуы башҡорттарының тарихы, йолалары, шәжәрәләре менән танышты. Сарала тәүге тапҡыр Тамъян ырыуы гимны яңғыраны.
Тамъян ырыуы башҡорт халҡының яҙмышында, уның тарихи сюжетында сағылып, мөһим роль уйнай. Тамъяндарҙың йөҙгә яҡын ырыу бүленеше иҫәпләнә, улар республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә көн итә. Йыйында Шәғәле Шаҡман вариҫтары ҡор башлығын һайланы. Ырыуҙаштар бер тауыштан Рөстәм Исхаҡовҡа ышанысын белдерҙе.
Йыйын Тамъян-Таймаҫ ауылында дауам итте. Тамъян ырыуы вәкилдәре был ерҙәргә 260 йыл элек килеп төпләнә. Ырыуҙың иң йәш быуыны уҡтан атырға өйрәнеп, мәргәнлектә көс һынашты.
Әлфинә Килдейәрова