Был сара йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы ағастарҙы һаҡлау маҡсатынан үткәрелә. Операция барышында урмансылар полиция менән берлектә рейдтар уҙғара, һалым хеҙмәткәрҙәре менән шыршы баҙарында тикшереүҙәр алып бара. Яңы йыл ағастары Өфөлә декабрь урталарында һатыла башлай. Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәре Альберт Бохаров һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠануниәткә ярашлы, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан өсөн кешеләргә 3-4 мең һум штраф һалына. Урманға ҙур зыян килтергән өсөн иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.