Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле белем биреү усаҡтарында 204 стоматология кабинеты иҫәпләнә. “Ҡанатлан” проектына ярашлы мәктәптәрҙә теш табибы бүлмәләре йыһазландырыла. Берҙәм дизайнда эшләнгән кабинеттар ауыл мәктәптәрендә лә асыла. 2024 йыл аҙағына тағы 30 стоматология бүлмәһе барлыҡҡа киләсәк.