Башҡортостанда быйыл 80 юл яны сервисы объекты төҙөлгән

Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем тағы 54 комплекс файҙаланыуға тапшырыла. Юл яны хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу көнүҙәк мәсьәлә. Республикала эске туризм үҫешә. Быйыл 9 айҙа 1,5 миллион турист килгән. Юл яны инфраструктураһын яңыртыу программаһына ярашлы, 2024 йылға яңы 2 мең комплекс төҙөлөргә тейеш.