Табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыуҙы еңелләштерергә, дауаханаларҙа тәртип урынлаштырырға

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров табипҡа яҙыла алмаған мөрәжәғәт итеүселәрҙең дәғүәләрен иҫәпкә алып медицина учреждениелар эшмкәрлеген камиллаштырыу маҡсатын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә республика тормошо менән бәйле башҡа көнүҙәк һорауҙар ҙа ҡаралды. Һалдаттарға ярҙам мәсьәләләре, мәктәп ашханалары, яңы авиарейстар һәм башҡа һорауҙар. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Намыҫлы хеҙмәт һәм ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге орден менән бүләкләнде. Фәрит Риф улы юғары награда тотош комитеттың һөҙөмтәле эше тип билдәләне. Ведомство хеҙмәткәрҙәре кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу, гуманитар ылау ойоштороу, хәүефле осраҡта ярҙамға итеүҙә алғы һыҙыҡта тора.

Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты кураторы Ирина Сарапуловаға Григорий Аксаков исемендәге орден тапшырылды. Белорет районында, Яңауыл, Бәләбәй ҡалаларында башҡарылған архитектур проекттар Халыҡ-ара конкурстарында иң яҡшыларының береһе тип табылған.

Оператив кәңәшмәлә республика тормошо менән бәйле көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Төбәктә табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу менән бәйле 9 меңдән ашыу кеше дәғүә белдереп шылтыратҡан. Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу менән ҡатмарлыҡтар булмаған осорҙа был тиклем һандар күҙәтеү - мөмкин түгел тип белдерҙе.

Башҡортостан башлығы дауаханаларҙа тәртип ойоштороу өсөн урындағы властарҙы һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәрен йәлеп итергә ҡушып, табипҡа күренеү мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеү маҡсатын ҡуйҙы.

Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һорауҙары ла ултырышта иғтибар үҙәгендә булды. Хәрби әҙерлек тамамланғас та Салауат Юлаев исемендәге батальон ир-егеттәре махсус операцияға юлланасаҡ.

Башҡортостандан сит илдәргә тура авиарейстар асылыуы көтөлә. Һүҙ Таиланд, Израиль, Үзбәкстан, Ҡытай, Белоруссия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кеүек илдәр тураһында бара. Оператив кәңәшмәлә мәктәп уҡыусыларын каникулда күрше төбәктәргә ял программаһына йәлеп итеү һорауҙары ҡаралды. Бынан тыш, мәктәп ашханаларының эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса эш планы билдәләнде.

Флорида Ким