Учалы тау сәнәғәте колледжы «Профессионалитет» федераль программаһына ингән. Уҡыу корпустары һәм оҫтаханаларҙы яңыртыуға ил ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүленһә, тағы ла 50 миллион һум республиканан ҡаралған. Төҙөкләндереү эштәренә колледж партнеры - Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан да 20 миллион һумлыҡ ярҙам була.
Учалылағы тау сәнәғәте колледжы оҫтаханалары реаль эш шарттарына яҡынайтылған. Аудиторияла, хатта, быраулау ҡулайламаһы ла ҡуйылған. Вордскиллз чемпионатынан ҡомартҡы булараҡ матди-техник база ҡалдырылған. Әйтәйек, еңел автомобилдәр ремонтлау буйынса майҙансыҡ та заманса төҫ алған, хәҙер ул диагностика, һүтеп-йыйыу, тикшереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған.