Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның ижад кисәһе үтте. Бенефис Наил Ғәйетбаевтың «Нисек кейәүгә сығырға?» пьесаһын сәхнәләштереү форматында ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина күптәргә Стәрлетамаҡ ҡалаһы театрында сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙән тыш, кино сәнғәте аша ла яҡшы таныш. Режиссер Руслан Юлтаевтың «Өс хат» фильмындағы хат ташыусы ролен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Картина һуғыштың хәстәрле хәбәрҙәрен йөрәге аша үткәргән көслө рухлы образды күҙ алдына баҫтыра.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның ижади багажын бер-береһен ҡабатламаған образдар байыта. Ул әсә, почтальон, 90 йәшлек әбейҙе лә еңел холоҡло героиняларҙы ла уйнаған.
Юбилей кисәһе сиктәрендә иһә Наил Ғәйетбаевтың «Нисек кейәүгә сығырға?» комедияһы тәҡдим ителде. Спектаклдең Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның бенефисы сиктәрендә төп ролде башҡарғаны өсөн түгел, ә заман ҡатын-ҡыҙҙары яҙмышы һәм проблемаларын сағылдырылғанға һайлап алынған. Әҫәр ҙә бит комедия жанрында ижад ителһә лә, тамашасыны уйландырмай ҡалмай. Ижад кисәһе, ғөмүмән, талантлы актрисаның өс тиҫтә йыллап уйналған ролдәренә байҡау, әле ижад ителәсәк ролдәргә яҡты өмөт уята.
Азат Ғәлиуллин