Өс көн мәрттә. Республика табиптары бала тапҡан йәш әсә менән сабыйҙы үлемдән ҡотҡарған.
Октябрьский ҡалаһы дауаханаһында бала тапҡан 23 йәшлек ҡатынды, хәле ауырайыу сәбәпле, санитар авиация менән Республика каридоүҙәгенә алып килгәндәр. Уның ғүмере өсөн баш ҡала дауаханалары табиптары көрәшкән. Бөгөн йәш әсәнең хәле яҡшырған, уның менән БЮТ ижади төркөмө осрашты
Йәш әсә Руфина Әхмәҙуллина тиҙерәк сабыйын ҡулына алырға хыяллана. Ҡыҙғанысҡа, ҡыҙын ул тик фотолар аша ғына күргән. Операция юлы менән бала тапҡандан һуң, ҡатын ауыр хәлдә санитар авиация менән баш ҡала дауаханаһына эләгә. Өс көн уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.
Вируслы-бактериаль пневмония менән ауырыу сәбәпле, ҡатын бала тапҡандың иртәгәһенә комаға китә. Уны үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар. Инфекция һөҙөмтәһендә, уның башҡа ағзалары ла эшләмәй башлай. Ҡатынды ҡотҡарыуға ике федераль медицина үҙәге, Республика клиник дауаханаһы, Перинаталь үҙәге белгестәре лә күп көс һалған.
Табиптар ауырлы ҡатындарға үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға саҡыра. Вируслы инфекция йоҡторған, йүтәлләгән осраҡта, мотлаҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Ә Октябрьский ҡалаһынан йәш әсә сабыйы эргәһенә өйөнә юлланды.
Лилиә Мәҡсүтова