Әлшәй районында төбәк-ара «Урал батыр байрамы» үтте

Башҡортостан башлығы грантына уҙғарылған сарала эпосты яттан һөйләү, милли уйындар, ғилми семинар ойошторолдо.

Әлшәй ерлегендә уҙған «Урал батыр байрамы»н ысын мәғәнәһенә рух һәм күңел байрамы тип атарға мөмкин. Бер сәхнәлә төрлө быуын вәкилдәренең эпосты яттан һөйләүе, милли көрәштә бил һынашыуы, мәргән уҡсыларҙы асыҡлауы - тарихи тамырҙарыбыҙға алып ҡайтып, ата-бабалар рухын сағылдырҙы.

Сара файҙалы мәғлүмәттәргә лә бай булды, ҡатнашыусылар алдында билдәле ғалимдар сығыш яһаны, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Ҡот ҡайтарыу йолаһын байрамдың иң сағыу һәм үҙенсәлекле мәле тип әйтергә мөмкин. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был сара тәү сиратта үҫеп килгән быуын өсөн мөһим. Улар тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш.