Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл тармаҡҡа 74 миллион һум ярҙам күрһәтелә. Был аҡса мебель һәм йорт йыһаздары етештергән ойошмаларға техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн тотонола. Сәнәғәтте үҫтереү фонды ла компанияларға ярҙам итә, республикала мебель кластеры булдырыла. Уға ярашлы 775 миллион һумға 14 ҙур проект тормошҡа ашырыла. Республикала быйыл 10 айҙа сәнәғәттә етештереү яҡынса 3 процентҡа артҡан.