Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дағстан, Камчатка, Калуга һәм башҡа өлкәләрҙән 300-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ килеүе көтөлә. “Профессионалитет” проектына ярашлы, урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары республика колледждары һәм техникумдарында стажировка үтә. Мәғариф программаһы 28 ноябрҙә башланды һәм уҡыу йылы дауамында барасаҡ.