Өфөлә экспортёрҙар клубы ултырышы үтте. Эксперттар валюта, килешеүҙәр һәм транзакцияларҙы финанслау мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Был йәһәттән Һуңғы ярты йылда күп кенә үҙгәрештәр индерелгән. Мәҫәлән, ҡулланыусылар менән ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү, ошо рәттән үҙ-ара иҫәпләшеү һәм тауар менән алышыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ ил президенты Указы менән ҡулаҡса валютаһында иҫәпләшеү мөмкинлеге булдырылды. Белгестәр фекеренсә, был инде, валюта контроле үҫеше тарихында әлегәсә булмаған аҙым.
Ултырышта банктар вәкилдәре сығыш яһаны. Эксперттар фекеренсә, мәсьәләне хәл итеү юлдары бар. Экспортҡа әле тотоноусыларға ярҙам ҡаралған. Башҡортостанда был ярҙамды Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы һәм республика экспортҡа ярҙам үҙәге ойоштора. Логистик сығымдарҙы ҡаплау һәм аванслау программалары бар. Белгестәр шулай уҡ франшизаларҙы сит ил баҙарына яраҡлаштырыу менән дә шөғөлләнә. Әле бер нисә заявка эшкә алынған. Улар Ғәрәп Әмирлектәренә бал экспортлауға нигеҙләнә.