Ил хөкүмәте сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау тураһында ҡарар ҡабул итте. Бының өсөн 7 миллиард 700 миллион һум бүленә. Башҡортостанға тәғәйен аҡса һөт һәм ит фермалары, продукция һаҡлау урындары, селекция үҙәктәре төҙөлөшөнә тотонола. Быйыл республикала 219 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән.