Бөгөн Өфөлә «Ағиҙел-ИвестСтрой» ойошмаһы 14 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырҙы. Компания «Диал», «Капитал- Хаус», «Спектр» кеүек ғәҙелһеҙ компанияларҙың алданған өлөшсөләре хоҡуҡтарын тергеҙҙе. Улар Дим биҫтәһендә Ишбулатов генерал урамындағы йортта йәшәйәсәк. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Билдәле Совет фильмы исеменән алынған «Аҡ ысыҡ» торлаҡ комплексында байрам. 14 ғаиләгә тантаналы рәүештә фатир асҡыстары тапшырыла. Совет заманындағылай бушҡа түгел. Был асҡыстарҙы алыу өсөн уларға күп аҡса, нервы түгергә, тиҫтәләрсә суд ултырыштары үткәрергә тура килгән. Ун- ун биш йыл көткән көндө яҡынайтыусы- «Ағиҙел- ИнвестСтрой» ойошмаһы. Йыл башында Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән килешеүенә ярашлы Өфөләге 24 алданған өлөшсө проблемаһын хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған һәм уны атҡарып сыҡты.
Анна Александровна Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры. Фатир асҡысын ул 14 йыл көткән, был ваҡыт эсендә тормош иптәшен юғалтҡан. Улар бергә йәшәргә хыялланып алған фатир ҙа һауала эленеп ҡалған. Эшкә яҡын булһын тип Ғафури урамындағы йорт төҙөлөшөнә аҡса индергәндәр. Әммә «Капитал- Хаус» компанияһы һалырға тейеш күп ҡатлы йорт урынында соҡорҙан башҡа нәмә юҡ. Уның ҡарауы, проблеманы хәл итеүсе ойошма өс бүлмәле фатир асҡысы бүләк итте. Бында ғалим пенсияға сыҡҡас йәшәргә уйлай.
Ведомствонан белдереүҙәренсә, баш ҡалала алданған өлөшсөләр мәсьәләһе тулыһынса хәл итеп бөтөп килә. Реестрға суд юлы аша килеүселәр ҙә бар.
Алданған өлөшсөләргә фатирҙы төҙөүсе ойошмалар бушлай бирә, уның өсөн компенсация - компанияға күп ҡатлы йорт һалыу өсөн ҡалала ер участкаһы һатыулашыуһыҙ тапшырыла. Ил етәксеһе ҡушыуы буйынса 2024 йылға тиклем бер алданған өлөшсө лә ҡалмаҫҡа тейеш.
Рәмилә Исмәғилева