Яңы проектты әҙерләү буйынса эш 1 ғинуарға тиклем дауам итә, аҙаҡ ул һынау үтәсәк. Республика мәктәптәрендә лә яңы программаға учреждение әҙерлеге, матди-техник база өйрәнелә. Бынан тыш, малай-ҡыҙҙарҙың үҫеше өсөн хеҙмәт дәрестәренә лә иғтибар арттырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Заманса дәрес. Өлкән синыф уҡыусылары электрон винтовканан атып мәргәнлеккә ярыша. Лазер менән йыһазландырылған тауышһыҙ ҡорал сәпкә тейәме, юҡмы икәнен алғы партаға беркетелгән видеокамера теркәй. Киләһе йылдан Рәсәй мәктәптәрендә индереләсәк башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре әле тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре сиктәрендә үтә.
Мәктәптә хәрби әҙерлек дәрестәрен индереү һорауҙары ғинуарға тиклем тикшереү һәм бер нисә ай дауамында һынау үтәсәк. Күләмле проектты тормошҡа ашырыу өсөн мәғариф учреждениеһы мөмкинлектәрен, матди-техник базаһын тикшереү, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү талап ителә. Мәктәптәрҙә хәрби дәрес өсөн шарттар булдырылмаған осраҡта өҫтәмә финанстар йәлеп итеү ҡарала.
Яңы программа буйынса башланғыс хәрби әҙерлек X - XI класстарға индерелә. Егеттәр һәм ҡыҙҙар атырға, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә, хәүефле ваҡытта һаҡланырға өйрәнәсәк тип көтөлә. Был алымдар патриотик тәрбиәнең бер өлөшө генә булып тора. Балаларҙа тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы фекерләргә өйрәтеү, маҡсатлы булырға әйҙәү һәм башҡа маҡсаттар күҙ уңында тотола.
Тарихҡа иғтибар йәлеп итеү менән берлектә балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү һорауҙары ла көнүҙәк булып тора. Һанлы технологиялар үҫешкән осорҙа малай-ҡыҙҙарҙы ҡул менән эшләргә өйрәтеү, уларҙы һөнәрле итеү маҡсатында хеҙмәт кабинеттарын йәнләндереүгә лә иғтибар арта.
Флорида Ким