Ейәнсура районында ауыл биләмәләре башлыҡтары халыҡ менән берлектә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. Былтыр 8 миллион 650 мең һумға 11 проект тормошҡа ашырылған. Быйыл да Ейәнсуралар тыуған төйәктәрен матурлау маҡсатында яңы проекттар яҡлай. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Таҙлар ауылы мәҙәниәт йортона Биҡҡужа ауылының йәмәғәт алдынғылары йыйылған. Күптән түгел үткән дөйөм йыйылышта ауыл биләмәһенә трактор алыу тәҡдиме бер тауыштан хупланған. Таҙлар ауылы биләмәһендә йәшәүселәр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы эшләй башлағандан алып әүҙемлек күрһәткән. Һөҙөмтәлә спорт майҙансығы төҙөлгән , мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрелгән. Һарыбил зыяраты тәртипкә килтерелгән, Луч ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Быйыл Биҡҡужа халҡы трактор алыу проектын яҡлап сығыш яһай.
Муйнаҡ ауыл советы биләмәһен Даян Атанғолов 2019 йылдың сентябренән етәкләй. Йыл һайын улар урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн заявка бирә. Һөҙмтәлә Үрге Муйнаҡта хоккей майҙансығы ҡорола, бейеү залына капиталь ремонт башҡарыла. Өмбәт һәм Мәзит ауылдарында мәҙәниәт йорттары ремонлана, зыяраттар тәртипкә килтерелә. Ә 25 ноябрҙә йомғаҡлау йыйылышында Үрге Муйнаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залына капиталь ремонт үткәреү өсөн тауыш биргәндәр.
Әбүләйес ауыл биләмәһендәге ауылдар ҙа халыҡ тәҡдиме менән төҙҡкләндерелә, йәшәү кимәле яҡшыра. Әбүләйестә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлеге мәңгеләштерелгән. Бужанға янғын һүндереүгә үҙйөрөшлө таҡма цистерна һатып алынған. Малиновкала йәштәргә спорт майҙансығы ҡоролған. Мәҙәниәт йортоноң бейеү залына капиталь ремонт үткәреү ҙә ауыл кешеләренең тормошона йән өргән. Быйыл иһә урындағы башланғыстар программаһында Малиновка ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтеп, мосолман зыяратын кәртәләү проектын тормошҡа ашырырға тейеш.
Яңы Себенле ауыл биләмәһенә ҡараған Күҙебәктә ағинәйҙәр әүҙем. Улар боронғо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе йәш быуынға еткереү өҫтөндә эшләй. Былтыр бер генә балл етмәү сәбәпле, проектта ҡатнаша алмағандар. Ә быйыл миллион 116 мең һумға Күҙебәк ауыл зыяратын тәртипкә килтермәкселәр.
Быйыл Ейәнсура районында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында 15 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Халыҡ йомғаҡлау йыйылыштарында ауыл тормошон тағы ла күркәмерәк итеү маҡсатын ҡуя, техника һатып алыу, мәҙәниәт йорттарын ремонтлау, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләрен күтәрә.
Гүзәл Борханова