Өфөлә ошондай исем аҫтында Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Сара Рәсәй фнәдәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Биохимия һәм генетика институтының 60 йыллығына арналды.
Биохимия һәм генетика институты юбилейында билдәле ғалимдар ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Фәнни учреждение коллективы медицинала, ауыл хужалығында киң ҡулланылған фәнни асыштар яһай. Ғалимдар әйтеүенсә, кешелек мөхитендә күп кенә сирҙәр нәҫелдән килә, тик уларҙы өйрәнеү, генетик паспорттар эшләү мотлаҡ. Шул ваҡытта ауырыуҙарҙы иҫкәртеү ҙә, дауалау ҙа еңелерәк буласаҡ.
Биохимия һәм генетика институтында көслө коллектив эшләй. Юбилей айҡанлы ғалимдарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте дәүләт наградалары менән баһаланды. Фәнни учреждение етәкселеге әйтеүенсә, әлеге көндә ғилми асыштар менән ҡыҙыҡһынған йәштәр ҙә байтаҡ, улар заман технологияларын да еңелерәк үҙләштерә. Институт федераль кимәлдәге конкурстарҙа ла даими ҡатнаша, гранттар яулай. Был үҙ сиратында эшмәкәрлекте камиллаштыра, яңы бейеклектәргә күтәрә. Генетик сирҙәр кешеләр өсөн генә түгел, хайуандарға ла, бөжәктәргә лә, хатта үҫемлектәр донъяһына ла хас. Уларҙы өйрәнеү ауыл хужалығын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.