Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа авария ликвидаторҙарына арналған һәйкәлгә сәскә һалынды. 1986 йылдың 30 ноябрендә «Укрытие» тип аталған объект файҙаланыуға тапшырыла. Был саркофаг Чернобыль атом электр станцияһында шартлаған дүртенсе энергия блогы өҫтөнә ҡуйыла һәм радиоактив нурланыуҙың таралыуын туҡтатырға булышлыҡ итә.
Чернобыль электр станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 800 мең самаһы ғалим, белгес, эшсе һәм хәрбиҙәр йәлеп ителә. Ҡатмарлы һәм хәүефле эштә Башҡортостандан 10 мең самаһы кеше ҡатнаша. Уларҙың күбеһе дәүләт наградалары менән бүләкләнә. Бөгөн республикала ике мең самаһы ликвидатор йәшәүе билдәле.