Һорауға яуап биргән Рәсәй халҡының 78,7 проценты Владимир Путинға ышана, уның Президент вазифаһында эшләүен 75 проценты хуплай. Был турала Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.
Телефон аша һорау алыу 14-20 ноябрҙә үткәрелгән. Унда осраҡлы рәүештә 18 йәше тулған 1 мең 600 Рәсәй гражданы ҡатнашҡан. Бынан тыш, халыҡ һайлауҙа ниндәй партия өсөн тауыш биреүҙәре хаҡында ла һөйләгән. Әгәр ул яҡындағы йәкшәмбе лә ойошторолһа, "Берҙәм Рәсәй" өсөн респонденттарҙың 38,8 проценты тауыш бирергә әҙер. Өс лидер иҫәбендә шулай уҡ коммунистар һәм либерал-демократтар партиялары ла инә. Парламентҡа ҡарамаған фирҡәләр өсөн һорау алыныусыларҙың 10,1 проценты тауыш бирергә әҙер, тағы 10 проценты һайлауҙарҙа ҡатнашмаясағын белдергән.