Республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Күп фатирлы йорттарҙан 82, ихаталарҙан 68 һәм подъездар буйынса 57 ғариза тапшырылған. Бөтә номинациялар буйынса 27 еңеүсе һайлап алынған. Иң яҡшы йорт һәм ихаталар берешәр миллион һум ала. Икенсе урын өсөн 700 мең, өсөнсө урынға 500 мең һумлыҡ приз ҡаралған. Яҡшы подъездар 500, 300 һәм 100 мең һум менән бүләкләнә. Был конкурс йыл һайын уҙғарылып килә.