Был турала матбуғат конференцияһында ойошма рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдерҙе.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте 90-сы йылдар башында ойошторола. Өс тиҫтә йыл дауамында ул республиканың гүзәл заттарын берләштереп, йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, абруйын күтәреү буйынса байтаҡ эштәр башҡара. Һуңғы биш йылдағы эшмәкәрлеккә килгәндә, «Бәндәбикә» социаль-психологик һәм мәрхәмәтлек акцияһы, халыҡ дауалаусыларының «Ер ҡото» этнофестивале, «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсын, «Урал батыр» мәктәбен, милли байрамдарҙы, көрәште пропагандалауға арналған тиҫтәләрсә проекттарҙы билдәләргә мөмкин.
Махсус хәрби операция башланғандан һуң башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте алғы һыҙыҡтағы егеттәргә ярҙам акциялары ойоштора, ойошма янында яугирҙарҙың әсәләренә һәм ҡатындарына социаль-психологик ярҙам күрһәтеү буйынса комитет барлыҡҡа килә. 8 декабрҙә үтәсәк 5 съезға ла көнүҙәк мәсьәләләр сығарыла, улар йәмғиәттең эшен тағы ла камиллаштырырға ярҙам итер тип көтөлә.