Татлы ризыҡты хәрбиҙәр үҙҙәре менән махсус операцияға ла алып китәсәк. Йүнселдәр күстәнәскә балдың иң татлыһын, шифалыһын йүкәнекен генә һалған. Был изге ниәткә райондың 15 умартасыһы ҡушылған. Йәмғеһе улар яугирҙарға 6 йөҙ килограмға яҡын бал тапшырҙы. Үҙ йөгөң ауыр түгел, ти улар. Тамаҡ ялғарға туҡтағанда ла үҙ тыуған ерҙәрен, яҡындарын иҫләп алһындар, сәләмәтлеккә лә яҡшы булыр, ти умартасылар.