«Өфө тулҡыны-2022» музыкаль конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Өфө тулҡыны»ның 11-се миҙгеле тамамланды. Быйыл традицион номинациялар менән бер рәттән «Радиохит» һәм «Иң яҡшы видеоклип» еңеүселәре лә тәбрикләнде. Һәр еңеүсегә 50-шәр мең һум аҡса тапшырылһа, «Халыҡ һайлауы» премияһына лайыҡ булыусы 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Финалда иң күп мәрәй йыйып, 10 йәшлек Рамаҙан Биккинин еңеү яуланы. Ул конкурстың символы - «Алтын скрипка асҡысы» статуэткаһы һәм 250 мең һумлыҡ аҡсалата сертификатҡа лайыҡ булды.

Икенсе йыл рәттән номинация еңеүселәренә һәм гран приға лайыҡ булыусыға аҡсалата бүләк тапшырыла. Был бик яҡшы. Сөнки һәр ижадсының яҙҙырылмаған йырҙары, ниәт-теләктәре бар. Финанс ярҙам уларҙың хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.

Яна Сотникова, «Өфө тулҡыны» проекты етәксеһе