Легендар маэстроны аяғүрә алҡышлап

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында халыҡ артисы Рим Хәсәновтың юбилей концерты үтте. Кисәлә композитор ижад иткән көй-моңдар, башҡорт милли йыр сәнғәтен ижади бейеклектәргә күтәргән композициялар яңғыраны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сәғиҙулла Байегет башҡарыуындағы композицияны тәүге нотанан уҡ танырға, хатта, ҡушылып йырларға мөмкин. Легендар маэстро Рим Хәсәновтың күркәм юбилейына арналған ижад кисәһендәге кеүек. Тамашасылар ғәзиз кешеләрен һағынып йыр менән бергә иланы. Саранан Башҡортостан башлығы ла ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров Рим Хәсәновты төрлө быуын вәкилдәре араһында моң бәйләнешен булдырған композитор икәнлеген белдереп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Рим Хәсәнов 400-ҙән ашыу йыр авторы. Уларҙың күптәре башҡорт милли йыр сәнғәте йөҙөн билдәләй. Маэстро ижад иткән халыҡсан композициялар кемде генә йырсы итмәгән дә, кемде генә ижади бейеклектәргә күтәрмәгән.

Рим Хәсәновтың 75 йәшлек юбилейына арналған саралар быйыл тотош республика район-ҡалаларын иңләне. Концерт программалары, ғилми-ғәмәли конференция бергә, тыуған Благовар районында «Сәскәләр уяныр» тип исемләнгән асыҡ республика конкурсы ла үтте. Дүртенсе тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, ижади бәйгелә республиканың 26 район һәм ҡалаһы ҡатнашты. Шулай уҡ, Совет кинематографияһының алтын фондына ингән Василий Журавлевтың «Алтын атлы һыбайлы» исемле картинаһы күрһәтелде. 80-се йылдар башында ижад ителгән фильмды музыкаль яҡтан тап Рим Хәсәнов биҙәгән.

Рим Хәсәнов бөгөн дә илһамланып ижад итә. Юбилей концертында уларҙың ҡайһы берҙәре беренсе тапҡыр яңғыраны. Әйткәндәй, телевизион форматҡа төшөрөлгән ижади кисә республиканың төп телеканалы эфирында ла күрһәтеләсәк.

Азат Ғәлиуллин