Башҡортостанда 112 системаһының мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы

Кеҫә телефоны өсөн эшләнгән программа халыҡҡа ла, ҡотҡарыусыларға ла берҙәй яңы мөмкинлектәр аса. Ҡулланыусы өсөн ярҙам саҡыртыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡарһа, диспетчерҙарға мөрәжәғәт итеүсе тураһында мәғлүмәт алыу, ваҡиға урынын билдәләү һәм өйрәнеү өсөн уңайлыҡтар барлыҡҡа килде.

Ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан осраҡта үҙең тураһында ентекләп һөйләп тороу ҙа талап ителмәй. Төп мәғлүмәт ҡушымтала теркәлгәндә үк күрһәтелә. Исем-шәрифтәр, әгәр бар икән хроник ауырыуҙар, ҡан төркөмө лә алдан яҙыла. Был иһә тейешле ярҙам алыу ваҡытын күпкә кәметә, ти мобиль ҡушымтаны эшләүселәр.

Мобиль ҡушымтала турист төркөмдәре лә теркәлә ала һәм ярҙам кәрәккәндә тиҙ арала уларҙың урынын да билдәләргә мөмкин. Ауыр хәлгә тарығандар өсөн дә уңайлыҡтар ҡаралған. Шылтыратыусы һөйләшә, йә яҙа алмаған ваҡытта алдан әҙерләнгән махсус төймәгә баҫыу ҙа етә. Кәрәк саҡта фотоһүрәттәр ҙә оҙата ала. Был инде ҡотҡарыусылар өсөн ғәҙәттән тыш хәлде күҙаллау, уның ни тиклем ауыр булыуын, урында билдәләргә ярҙам итә.

Ҡушымтаны ярҙам кәрәккәндә генә түгел, көндәлек тормошта ла ҡулланырға мөмкин. Теләүселәр унда юлдар, һауа торошо тураһында мәғлүмәт, яңылыҡтар менән дә бүлешә, шулай уҡ башҡаларға ла ярҙам саҡырта ала.