Республика предприятиелары ошо күләмдәге субсидияға дәғүә итә ала. Быйыл был маҡсатта төбәк бюджетынан 10 миллионға яҡын аҡса бүленгән. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу төбәктә уңышлы тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Елизавета Назаркина косметика фабрикаһында 4 айға яҡын эшләй. Заводтағы яңы эшенә тиҙ өйрәнеүҙә лә, коллектив менән уртаҡ тел табыуҙа ла һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуы ҡамасауламай. Ижади күңелле ханым тик тормай: яңыраҡ фокустар күрһәтеүсе һөнәрен үҙләштергән. Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто артистары менән республика буйлап гастролдәргә лә сығып өлгөрә.
Ванна кәрәк-яраҡтарын фасовкалау менән Денис Ғәйнуллин да шөғөлләнә. Егеттең ишетеү һәләте түбән. Тәжрибәһе булмау сәбәпле, быға тиклем токарь һөнәре буйынса эш табыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуа. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең төбәк бүлеге аша вакансия табып, косметика фабрикаһына урынлаша. Егет эш шарттары, хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт.
Әлеге ваҡытта фабрикала 7 инвалид эшләһә, икенсе йылға ойошмала күрһәткесте ике тапҡырға арттырыу күҙаллана. Стикерҙар йәбештереүсе, станок операторҙары, фасовкалаусы вакансиялар бар.
Инвалидтар өсөн уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыу маҡсатында предприятиеларға республика бюджетынан субсидиялар бүленә. Инвалидлыҡ төркөмөнә ҡарап, уның күләме 100 меңгә тиклем етергә мөмкин. Быйыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 110 кеше өсөн эш шарттары тыуҙырыу маҡсатында 9 ярым миллион һум аҡса бүленгән.
Әйткәндәй, Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан республиканың бөтә Мәшғүллек үҙәктәрендә лә вакансиялар йәрминкәһе үтә. Һаҡсы, слесарь, йөк тейәүсе, һатыусы - сарала ҡатнашыусы һәр кем теләгән вакансия буйынса консультация алды.
Быйыл республика Мәшғүллек үҙәктәренә 3 меңгә яҡын инвалид мөрәжәғәт иткән, уларҙың яртыһы эш урыны менән тәьмин ителгән. Күрһәткес йылдан-йыл арта.
Рәзилә Ғиниәтуллина