Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсы үҙ финалына килеп етте. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһенә һәләтле һәм оло йөрәкле балалар күтәрелде.
«Таланттар йондоҙлоғо» фестивале быйыл 11-се тапҡыр йондоҙҙар ҡабыҙа. Конкурста республиканың төрлө төбәктәренән дәртле һәм көслө рухлы 200-ләп ҡыҙ һәм егет ҡатнашты. Баһалама ағзалары фекеренсә, һәр бала йондоҙ булып балҡырға хаҡлы.
Әбйәлил егете Вилдан Зәйнәшев башҡорт халыҡ йыры «Сибай»ҙы башҡарып, үҙенең сығышы менән баһалама ағзаларын таң ҡалдырҙы. Гран-приға лайыҡлы рәүештә ул лайыҡ булды.
Йыр бәләкәй йөрәктәргә көс, сәм өҫтәне. Ә иң мөһиме бәйгелә сынығыу алған малай-ҡыҙҙарҙың киләсәккә ышанысы артты, ҡанаты нығынды.