Йәрмәкәй районында яңы тирмән комплексы төҙөлә

Сәғәтенә 120 тонна орлоҡ эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған тирмәнде «Башҡорт ярмалары» ойошмаһы һала. 220 миллион һум суммаға төшәсәк аграр проект бөгөн Республика Хөкүмәтендә Инвестиция сәғәтенә ҡаралды. Ойошма Башҡортостанда 2020 йылдан бирле эшләп килә, ошо ваҡыт эсендә 300 тонна ярма етештергән. Ауыл хужалығы өлкәһе өсөн яңы объект проекты Башҡортостан етәксеһе тарафынан хуплау тапты.

Бишбүләк районында махсус хәрби операция өсөн кейем тегеү цехы асыу мөмкинлеге лә өйрәнелә. «Дельта» ойошмаһының был йүнәлештә яңы проекты инвестиция сәғәтендә ҡаралып яҡлау тапты. 19 йыл элек асылған тегеү фабрикаһы әле Өфөлә һәм Мәләүездә эшләй. Бишбүләк районында яңы цех асыла. Баш ҡалала сәнәғәт объектын киңәйтеү өсөн ер һәм финанс ярҙам бүленә. Әле ойошмала 160 хеҙмәткәр иҫәпләнә, тағы йөҙ эш урыны булдырыла. Светлана Кузьмина хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы юғары булыуын билдәләй, ул 35- 50 мең һум тәшкил итә.