Ошо исем аҫтындағы проект ярҙамы менән Урғаҙа мәктәбе яңы йыһазлы булды. Белем усағы спорт инвентарҙары һәм ҡоролмалар менән тулыланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Физкультура менән тулы кимәлдә шөғөлләнеү һәм ГТО нормаларын тапшырыу өсөн шарттар. Урғаҙа мәктәбе «Сәләмәт быуын-көслө төбәк» проекты буйынса махсус йыһазлы булды. Башланғыс класс уҡыусыларын сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында булдырылған төбәк проект сиктәрендә Урғаҙалар икенсе тапҡыр спорт ҡоролмалары алып ҡыуанды.
Урғаҙа мәктәбенең балалары 2016 йылдан алып «Сәләмәт быуын-көслө төбәк» проекты буйынса белем ала. Улар уҡыу программаһынан тыш, аҙна һайын өҫтәмә рәүештә тағы ла 6 сәғәт физкультура менән шөғөлләнә. Уҡыусыларҙың ныҡлы физик әҙерлеге, йылдан йыл ГТО нормаларын юғара баһаларға тапшырыуы - ошо программа һөҙөмтәһе.
Урғаҙа мәктәбе районда төбәк проектында ҡатнашыусы берҙән-бер белем биреү учреждениеһы. Тимәк, был ауыл уҡыусылары кесе йәштән үк хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер булып тәрбиәләнә.