Балалар баҡсаһына түләү һәм мәктәп һәм колледждарҙа бушлай ашатыу өсөн 6 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. “Һөт кухняһы” ризыҡтары менән 300-ҙән ашыу ғаилә бушлай ҡуллана. Бынан тыш, балалар йәмәғәт транспортында түләүһеҙ йөрөй ала. Хәрбиҙәрҙең оло йәштәге йәки инвалид туғандары социаль ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. 145 кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Яугирҙәр ғаиләләре финанс ярҙам юллай. Бөгөнгә төрлө пособиелар өсөн 1 мең 170 ғариза ҡабул ителгән. Мохтаждарға волонтерҙар ярҙам итә. Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эшләй. 8-800-201-89-03 телефоны буйынса иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға була.